Борай районында «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы йылдам тормошҡа ашырыла

Йәшәүгә көс һәм илһам. Борай районында «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы йылдам тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә Борай ауылындағы Һалҡын шишмә һәм уның биләмәһендәге майҙан төҙөкләндерелгән. Яңыртылған шишмә биләмәһен асыу тантанаһынан хәбәрсебеҙ Гүзәл Борханова репортажы.

Һалҡын шишмә буйына боронғо йола буйынса иңдәренә көйәнтә һалып ҡатын-ҡыҙҙар йырлап төшә. Ауыл һәүәҫкәрҙәре сараға йыйылған халыҡҡа киленгә һыу юлын күрһәтеү йолаһын сәхнәләштергән. Борайҙа йәшәүсе олоһо-кесеһе районда кешеләргә йәшәү көсө һәм илһам биреүсе шишмәнең төҙөкләндерелеүенә шат.

Һалҡын шишмә буйын төҙкләндереүҙә райондың бөтә ойошмалары ла әүҙемлек күрһәткән. Ауыл халҡы өмә ойоштороп шишмә тирәһен сүп-сарҙан, ҡороған ағастарҙан таҙартыуҙа ярҙамлашҡан..

Шифалы һыу сығанағы янында юлаусылар, ғаилә, балалар менән туҡталып китер өсөн дә уңайлыҡтар бар. Эскәмйә-өҫтәлдәр, иҫтәлеккә фотоға төшөү өсөн ағасты һырлап эшләнгән йәнлек һәм ҡош һындары ҡуйылған. Төҙөкләндерелгән шишмәне асыу сараһында ҡатнашыусылар йөкмәткеле концерт программаһына тамаша ҡылды. Мәҙәни саранан һуң барыһы ла усаҡта бешерелгән былау менән һыйланды. Район халҡы ,ҡунаҡтарҙың, туристарҙың яратҡан ял урынына әүереләсәк Һалҡын шишмә буйын һаҡларға һүҙ бирҙе.

Борай ауылындағы Һалҡын шишмә һәм уның тирә-яғы төҙөкләндерелгәндән һуң танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Уңайлы баҫҡыстар, тигеҙ тыҡрыҡтар, эскәмйәләр, аҫмалы күпер һыу алырға килеүселәр, ял итеүселәр уңайлығы өсөн ҡоролған. Борайҙар был иҫтәлекле урында килендәргә һыу юлын да күрһәтәсәк.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ