Ашнаҡсылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй

Халыҡ-ара дата 2004 йылда Бөтә донъя кулинарҙар йәмғиәте ассоциацияһы тәҡдиме менән булдырыла. Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе һәм “Толпар” балалар баҡсаһы ашханаһы оҫталары хаҡында киләһе яҙмала.

Балаларҙың туҡланыуын “Толпар” мәктәпкәсә белем биреү учереждениеһында 3 ашнаҡсы ойоштора. Кескәйҙәргә иртәнге аш өлгөртөү өсөн улар иртәнге етенән плитә янында. Тәмле һәм файҙалы ризыҡтарҙың сифаты өсөн 5 ‐се разрядлы баш ашнаҡсы, Зилә Ҡаһарманова яуаплы.150 балаға улар иртәнге, төшкө, киске аш бешерә.

Ҡаланың 3‐сө һанлы мәктәбендә 8 хеҙмәткәр көнөнә 800 уҡыусыны туҡландыра. Белем усаҡтарында ризыҡ дөрөҫ әҙерләнгән, калориялы, витаминдарға бай булырға тейеш. Шуға ла ашнаҡсыларҙың һәр кеме үҙ эшен белеп, уны яуаплы башҡарырға бурыслы.

Бар технологияларҙы, нормаларҙы күҙәтеп, санитар талаптарҙы теүәл үтәп бөтә туҡланыусыларҙы татлы ризыҡ менән туйындырыу ашнаҡсылар иңендә. 3-сө мәктәптең был һөнәр эйәләре талаптарҙы яҡшы үтәй, тәмле аш-һыу әҙерләй, үҙ-ара дуҫ һәм берҙәмдәр. Шуға балалар ҙа ашханаға ҙур теләк менән йөрөй.

Ауыр ҙа, теүәллек, бөхтәлек һәм егәрлелек талап иткән һөнәр эйәләре ашнаҡсылар үҙ эштәрен яратып башҡаралар. Уларға иң ҙур баһа - буш тәрилкәләр, шат йөҙҙәр, балаларҙың “Тәмле булды!”, “Рәхмәт!” тигән һүҙҙәре.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ