Уларҙың дөйөм суммаһы 22 миллион һумға баһалана. Быйыл ҙур булмаған Урыҫ Илсекәйе ауылында быуа тәртипкә килтерелгән. Халыҡ 50 мең һум аҡса йыйған, бағыусылар ҙа ярҙам иткән. Өс көн дауамында өмә ойошторолған. Тәү сиратта ул таҙартылған, ауыр техника ярҙамында һыу ятҡылығы тәрәнәйтелгән, яр буйы тәртипкә килтерелгән. Республика буйынса Салауат районы «Атайсал» проектын ғәмәлгә ашырыусы тәүге биш район исемлегенә ингән.
Яңы Сөрөкәйҙә лә «Нуғай» шишмәһе тәртипкә килтерелгән. Биләмә кәртәләп алынған, тирә-яғы таҙартылған. Ауыл халҡы Нуғай шишмәһе һыуын эсеп йәшәй.






