Силантьев ауылында фельдшер-акушер пункты асылды. Бинала һәр төрлө уңайлыҡтар бар, медицина учреждениеһы заманса йыһазландырылған. Силантьев ауылында 600-ҙән ашыу кеше йәшәй.Быйыл Башҡортостанда 75 яңы ФАП файҙаланыуға тапшырыла. Был турала социаль селтәрҙә Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итә. Эштәр федераль программаға ярашлы алып барыла.




