Бында Евразия күсмә цивилизациялар музейы төҙөлә. Социаль селтәрҙәргә һалған видеояҙмаһында төбәк етәксеһе Турахан кәшәнәһен Урта быуаттар осороноң ғәжәп объекты тип билдәләгән.
Хәҙер бында халҡыбыҙ өсөн тарихи, мәҙәни, туристик үҙәк булдырыла. Асылда, был ҙур музей комплексының башы, унда күсмә халыҡтарҙың һәм, иң элек, башҡорттарҙың яҙмышы тураһында сағыу ҡыҙыҡлы тарих менән танышырға мөмкин буласаҡ. Евразия күсмә цивилизациялар музейын булдырыу идеяһын хуплаған ғалимдарға, тарихсыларға, сәйәси эшмәкәрҙәргә һәм йәмәғәт алдынғыларына рәхмәт белдерәм, тигән Башҡортостан Башлығы.



