Быға бәйле Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы автоһәүәҫкәрҙәргә ҡышҡы резинаға күсергә кәңәш итә. Бынан тыш, белгестәр водителдәрҙе тиҙлек режимын үтәргә һәм киҫкен маневр яһамаҫҡа саҡыра. Ел көсәйгән ваҡытта транспорт сараларын ағастар, электр таяуҙары, реклама щиттары һәм биналар эргәһендә ҡуйырға ярамай. Йәйәүлеләргә лә иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк.






