Борай районы хакимиәте урындағы урман хужалығы менән берлектә «Вечер» ҡушаматлы яугирҙың ҡатыны Линара Зәйруллинаға бер йөк утын әҙерләп бирҙе. Ике бала әсәһе ярҙам һорап район хакимиәтенә ғариза биргән булған.
Ә Борай эшҡыуары Илдус Фәйершин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының әсәһенә үҙ иҫәбенә йорт төҙөй. Йыл башында уның йортонда янғын сыҡҡан булған. Яңғыҙы ғүмер иткән Флүрә Мәхмүтоваға торлаҡ каркас технологияһы буйынса быйыл 7 августа төҙөлә башлаған. 64 квадрат метрлыҡ өйҙө төҙөүселәр . аҙна-ун көндә күтәреп бөтөп, эске эштәргә тотонорға ниәтләй






