Быйыл 10 учреждение төҙөлгән, 4-һендә эш әле үк башланған. Эльза Әхмәтханова Сосновый Бор ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктының иҫке бинаһында 5 йыл эшләй. Үҙе мейескә ут яға, пациенттарҙы дауалай, санитарка. Медицина ярҙамы һорап башлыса оло йәштәгеләр мөрәжәғәт итә.
Ә бына Тигермән ауылы халҡы 11 октябрҙән медицина ярҙамын яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында ала. Бина барлыҡ кәрәкле коммуникацияларға тоташтырылған. Кабинеттар иркен, яҡты, медикаменттарҙы һаҡлау өсөн айырым бүлмә булдырылған.



