Бөрө районы Силантьев ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Бина кәрәкле коммуникацияларға тоташтырылған, бөгөндән үк пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер. Бөрө ҡалаһында яңыртылған ашығыс медицина ярҙамы подстанцияһы үҙ эшен башланы. Бинала аҡ халалтлылар өсөн аш һәм ял бүлмәләре, душ, айырым диспетчер пункты кеүек уңайлыҡтар бар. Бөрө халҡы ҡыуанысын БЮТ ижади төркөмө уртаҡлашты.

30 йылға яҡын ошо ауыл кешеләрен дауалаған Ирина Дегтярева өсөн яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуы оло ҡыуаныс. Иҫкергән бинаны йылы һәм яҡты эш урыны алыштыра. Фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса медицина ҡорамалдары һәм мебель менән йыһазландырылған. Иркен бинала процедура, күҙәтеү, медикаменттар һаҡлау өсөн бүлмәләр бар. Модулле фап быйыл Бөрө районында күтәрелгән биш пункттың береһе.

Медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн тағы бер ҡыуаныс - ашығыс медицина ярҙамы подстанцияһы яңыртылған бинаға күсерелгән. Табиптар өсөн айырым кейенеү һәм ял бүлмәләре, йыуыныу, аш урыны бар. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәү сиратта табиптарға уңайлыҡтар булдырыу шарт.

Быйыл республикала 75 фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Йылдам барған эште 2024 йылда ла дауам итеү күҙаллана . Беренсел медицина звеноһын модернизациялау йәмғиәтте һауыҡтырыуға мөһим аҙым булып тора.

Лилиә Мәҡсүтова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ