Әлеге ваҡытта Алтай крайынан алып ҡайтылған ҡыуаҡлыҡтар 50 гектар майҙанға ултыртылған. Йүнселдәр киләһе йыл уны 500 гектарға тиклем еткереү бурысын ҡуя. Башҡортостан өсөн беренсе күләмле проект буйынса һырғанаҡтан тыш, ҡарағат, баҡса еләген үҫтереү ҙә ҡарала. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Башҡортостандың иң матур тәбиғәт мөйөштәренең береһендә 50 гектар һөрөнтө ер сәсеүгә әҙер. Әле эш башланып ҡына тора. Бер нисә йылдан Стәрлебаш районында республикалағы иң ҙур һырғанаҡ плантацияһы барлыҡҡа киләсәк. Үҫентеләр Алтай крайынан алынған.
Киләсәктә, һырғанаҡ менән бергә, ҡарағат, баҡса һәм ҡурай еләктәрен үҫтереү ҙә ҡаралған. Бал тәңгәлдә йүнселдәр хатта, төбәк брендын булдырырға ниәтләй.
Һырғанаҡ плантацияһын 500 гектарға тиклем еткереү планлаштырыла, ул 3 мең тоннаға яҡын еләк тиреп алыу мөмкинлеге бирәсәк тигән һүҙ. Йүнселдәр республиканан тыш, тотош илдең ихтыяжын ҡәнәғәтләндеү маҡсатын да ҡуя. Шулай уҡ уңышты сит илгә сығарыу юлдары ла барлана.
Азат Ғәлиуллин






