Бөгөн ижади коллектив Красный Луч ҡалаһында сығыш яһаны. Фәйзи Ғәскәров нигеҙ һалған хореография композициялары менән бергә, донъя халыҡтары бейеүҙәре тәҡдим ителде. Луганск халыҡ республикаһында йәшәүселәрҙән тыш, ошо төбәктә эшләүсе яҡташтарыбыҙ ҙа тамаша ҡылды. Концерт программаһы уларға тыуған яҡ сәләме булараҡ яңғыраны.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле гастролдәре Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә, ижади коллектив Миңлеғәле Шайморатовтың батырҙарса һәләк булған урынын да барып күрҙе. Легендар комдивды улар хөрмәтләп иҫкә алып, бюстына сәскә һалды.



