«Ауыл кешеләре». Ошо исем аҫтында Башҡортостандың халыҡ рәссамы Иван Фартуковтың 75 йәшлек юбилейына бағышланған картиналар күргәҙмәһе асылды. Экспозиция Малаяҙҙағы Салауат Юлаев музейында урынлашҡан. Һынлы сәнғәт оҫтаһы менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Һәр картинаның персонажы - ысын кешеләр. Мәҫәлән, 79 йәшлек Нурулла бабай - ер кешеһе, ғүмере буйы урман ҡырҡҡан. “Күршеләр” триптихының һәр картинаһы үҙенә генә хас характерға эйә, ти Иван Фартуков. Әйтәйек, ҡыҙыл күлдәкле ханым күршеһе рәссам икәнлеген белеп ҡалғас, портрет төшөрөүен һораған.
Яңы ижади бейеклектәрҙе Иван Иванович ауылға күскәс яулай. Ҡала тормошон ҡалдырып, бына инде 30 йыл тормош иптәше менән Салауат районының Яңы Сөрөкәй ауылында донъя көтә ул. Урман-тауҙар, тәбиғәт матурлығы рәссамды йәнә реализм жанрына алып ҡайта.
Экспозицияға ҡуйылған ижади эштәр ауыл кешеһе өсөн үтә лә яҡын. Башҡортостандың халыҡ рәссамы Иван Фартуковтың Малаяҙҙағы Салауат Юлаев музейындағы шәхси күргәҙмәһе ноябрь уртаһына тиклем эшләй.
Әлфинә Килдейәрова



