Башҡортостанда балыҡсылар бәләгә тарыған

Ҡотҡарыусылар Павловка һыуһаҡлағысында рейд уҙғарған. Ике балыҡсы ярҙам һораған. Уларҙың кәмәһенең моторы  сафтан сыҡҡан. Балыҡсылар ярға сығарылған.  Бынан тыш тағы өс кешегә ярҙам талап ителгән. Уларҙың кәмәһендә бензин бөткән. Ҡотҡарыусылар ярҙам күрһәткән, хәүефһеҙлек буйынса кәңәштәр биргән. Быйыл Башҡоростан йылға-күлдәрендә 30-ҙан ашыу балыҡсы батып үлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы  Кирилл Первов һөйләй.

Башҡортостанда балыҡсылар бәләгә тарыған

Ҡотҡарыусылар тәбиғәткә сыҡҡанда маршрут һәм кире әйләнеп ҡайтыу ваҡыты тураһында яҡындарҙы иҫкәртергә кәңәш итә.

Фото №1 - Башҡортостанда балыҡсылар бәләгә тарыған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ