Башҡортостанда мәҙәниәт учреждениеларын яңыртыу өсөн 800 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған

Был турала социаль селтәрҙә  Республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итә. - Федераль ярҙам менән Милли йәштәр театрында, Нефтекама балалар художество мәктәбендә, Ишембай районы Урман -Бишҡаҙаҡ ауылындағы мәҙәниәт йортонда, Дүртөйлө  тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында  ремонт эшләнде, - ти ул.  Башҡортостан мәҙәниәт учреждениелары конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша һәм  президент фондтарынан грант ярҙамы ала. 42 миллион һумға 70 яңы мәҙәни программа  әҙерләнгән.

Фото №1 - Башҡортостанда  мәҙәниәт учреждениеларын яңыртыу  өсөн  800 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ