Был турала премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә хәбәр итә. Район һәм ҡалаларҙа 13 меңдән ашыу спорт объекты бар. Стадион, боҙ һарайы, физкультура-һауыҡтарыу комплексы, бассейн, спорт майҙансығы, фитнес-үҙәктәр төҙөлгән. - Спорт объекттары һаны буйынса Мәскәүҙән генә ҡалышабыҙ. "Башҡорт ихаталары" программаһы буйынса ғына һуңғы ике йылда 120-нән ашыу спорт майҙансығы төҙөлдө, - ти ул.




