Альбина һәм Александр Корниловтар 10 бала тәрбиәләй. Иң өлкән ҡыҙҙары Рената консерваторияла белем ала. Яна, Давид, София, Рина, Станислав, Елисей мәктәп уҡыусылары. Иң бәләкәйҙәр Радмир, Добрыня һәм Илья балалар баҡсаһына йөрөй. 2015 йылда Альбина Фәнил ҡыҙына Башҡортостандың “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыла. Яңыраҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатынға “Герой-әсә” исемен биреү тураһында указға ҡул ҡуйған. Альбина Башҡортостанда бындай наградаға лайыҡ булған өсөнсө күп балалы әсәй.







