Радий Хәбиров Совет майҙанындағы Почетлы ҡарауыл вахтаһы тураһында яҙып сыҡты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Өфөләге легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле эргәһендәге Почетлы ҡарауыл вахтаһы тураһында яҙып сыҡты. Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Геройына баш ҡаланың Совет майҙанында ҡуйылған һәйкәл янында яңы традиция генерал Шайморатовтың тыуған көнөндә барлыҡҡа килде һәм маҡтаулы миссияны үтәү ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың исемен йөрөткән Өфө башланғыс осоу әҙерлеге мәктәп-интернаты кадеттарына йөкмәтелде.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, теләһә ниндәй һауа шарттарына ҡарамаҫтан, егеттәр Герой һәйкәле янындағы бурысын Башҡортостан яугирҙарына хөрмәт менән лайыҡлы үтәй. Башҡортостан башлығы хәбәр итеүенсә, әле Совет майҙанында Мәскәүҙәге Кремль стеналарында Билдәһеҙ һалдат ҡәбере эргәһендәге кеүек үк кабиналар төҙөү тамамлана. Был сатлама һыуыҡтарҙа вахтала тороусылар өшөмәһен өсөн эшләнә. Почетлы ҡарауыл һәр шәмбе: йәйгеһен киске сәғәт 7-нән 9-ға, көҙгөһөн һәм яҙғыһын - көндөҙгө 3-тән киске 5-кә, ҡышҡыһын көндөҙгө сәғәт12-нән 2-гә тиклем ҡуйыласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ