Башҡортостан Донбассҡа сираттағы гуманитар ылау оҙатты

Башҡортостан Донбассҡа 97-се гуманитар ылау оҙатты. Ярҙамды республиканың исемле полктары, мобилизацияланғандар һәм шефлыҡҡа алынған Красный Луч ҡалаһының социаль учреждениелары ла аласаҡ. Йәмғеһе 18 йөк машинаһы оҙатылды. Уны туплауҙа йәмәғәт ойошмалары, предприятиелар һәм ун район халҡы ҡатнашҡан.

Радмир Байегетов Башҡортостан-Донбасс юлы менән күптәнән йөрөй. Шуға күрә хәрбиҙәргә, урындағы халыҡҡа ла ярҙамдың ниндәйе кәрәклеген яҡшы белә. Был юлы ул Красный Луч ҡалаһына китаптар алып бара. Һуңғы тапҡыр булғанда тап китапханаларҙың ярлы булыуы на иғтибар иткәйнем, ти ул.

Йөк машиналарына 21 юғары үтемле техника тейәлгән. Шулай уҡ хәрбиҙәрҙе ҡышҡылыҡҡа әҙерләү өсөн йылы кейемдәр, генераторҙар, маскировкалау селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек, блиндаждар нығытыу өсөн ағас материалдары тупланған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ