«Хәтер ваҡытты еңә». Рәсәй тыуған яҡты өйрәнеүселәр союзының Өфө ҡалаһы бүлексәһе ағзалары берлектә сығарған яңы баҫма шулай тип атала. Ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күргән йыйынтыҡ йәмәғәтселеккә тәҡдим ителде.
Унда Өфө һәм Башҡортостан тарихы, архитектура ҡомартҡылары, шулай уҡ төбәктең арҙаҡлы тарих-тыуған яҡты өйрәнеүселәре тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр урын алған. Ваҡытында Республика Хөкүмәте ҡарамағындағы Архив эштәре идаралығын етәкләгән Рәсәйҙең почетлы архив хеҙмәткәре Әхмәт Хисмәтуллин, яңы китап киң ҡатлам уҡыусыларға ҡыҙыҡлы булыр, тигән фекерҙә.



