Бөгөн баш ҡалала тәүге ҡар яуыуы киске сәғәттәрҙә туғыҙ баллы тығындарға сәбәпсе булды

Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙә водителдәргә «ҡалайсы» көнөн иҫкә төшөрҙө. Ул юлдарҙа һаҡ булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә, резинаны ҡышҡыһына алмаштырырға саҡырҙы.

Ҡар яуыуы киске сәғәттәрҙә туғыҙ баллы тығындарға сәбәпсе булды. «Яндекс пробки» сервисы мәғлүмәттәре буйынса, ҡала үҙәгендә, шулай уҡ Октябрь проспекты, Рихард Зорге, Пугачев, Сочи, Сельская Богородская урамдарында һәм Сипайлово биҫтәһенә төшкән юлда транспорт хәрәкәтендә көсөргәнеш тыуҙы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ