Радий Хәбиров Башҡортостанда транспортты газ яғыулығына күсереү барышы менән таныштырҙы

Республика Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, программа буйынса быйыл 89 миллион һум бүленгән. Уға ярашлы, автомобиль двигателен үҙгәртеп ҡорған өсөн компенсация түләнә. Еңел машина хужаларына 48-75 мең һум субсидия бирелә. 2020 йылдан 2 мең 845 транспорт метанда йөрөй. “Автобустар ҙа газ яғыулығына күсерелә. Ул күпкә арзаныраҡ. Газға күскән транспорт хужаларына һалым түләү өсөн льгота ҡаралған”, - тип яҙа Радий Хәбиров.

Фото №1 - Радий Хәбиров Башҡортостанда транспортты газ яғыулығына күсереү барышы менән таныштырҙы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ