Юл фажиғәһендә өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Көндөҙгө сәғәт 4-тәр тирәһендә М-7 «Волга» трассаһының Сәйет ауылы эргәһендәге участкаһында өс йөк машинаһы һәм бер еңел автомобиль бәрелешә. Фажиғә һөҙөмтәһендә һуңғы транспорт сараһы водителе, шулай уҡ уның ике пассажиры алған йәрәхәттәрҙән ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем һәләк була. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Авария сәбәптәре асыҡлана.



