Башҡортостанда төшөрөлгән «Блогер» фильмы Дағстанда үткән конкурста еңеү яуланы

Махачкала ҡалаһында V асыҡ республика кинофестиваленә ебәрелгән картиналар араһында яҡташтарыбыҙ «Иң яҡшы режиссер эше» номинацияһында лайыҡлы баһаланған. Фильм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ярҙамында республика башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә «Геройҙар тураһында үлемһеҙ хәтер» гранты сиктәрендә төшөрөлгән. Ҡуйыусы-режиссеры Руслан Юлтаев. Күптән түгел «Блогер» фильмы «Тыныс Дағстан» кинофестивалендә лә махсус призға лайыҡ булғайны. Алдараҡ иһә Севастополдә, Ҡазан, Омск һәм Орел ҡалаларында ойошторолған Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара кинофестивалдәрендә ҡатнашҡан.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ