Өфө районында бөгөн яугирҙарға ылау туплау буйынса махсус пункт эш башланы

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамға. Өфө районында бөгөн яугирҙарға ылау туплау буйынса махсус пункт эш башланы. Береселәрҙән булып Рәсәйҙең спорт федерацияһы вәкилдәре ҡушылды. Гуманитар ярҙам өсөн ангарҙы ла спорт мастеры үҙе тәҡдим иткән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам туплаусы пункт бөгөн рәсми асылды. Ул урындағы эшҡыуар, спортсы Әмир Абзалов башланғысында башҡорт батальондарының рухи остазы Хәмзә хәҙрәт кәңәше буйынса ойошторола. Ангарға алғы һыҙыҡ өсөн йыйылған кәрәк-яраҡтар махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреләсәк.

Махсус хәрби операция биләмәһенә кәрәк-яраҡтар яугирҙар һорауы буйынса тупланыр тип көтөлә. Әле пункт электрогенератор, бензобысҡы, көрәк кеүек әйберҙәрҙе ҡабул иткән дә инде. Шулай уҡ «Нива» автомобиле менән мобиль мунса килтереүселәр ҙә бар. Яҡын арала «Уазик»тың килеүе көтөлә.

Изге эшкә теләге булған һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн «Мөһим эштәр ваҡыты» хәйриә фондына мөрәжәғәт итеү ҙә етә. Гуманитар ылау тупланғас та ул алғы һыҙыҡҡа оҙатыласаҡ.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ