Баймаҡ районында Бибисара Азаматованың яҡты иҫтәлегенә арналған беренсе йыр бәйгеһе үтте

«Йәшәргә лә әле йәшәргә». Ошондай исем аҫтында Мерәҫ ауыл мәҙәниәт йортонда Бибисара Азаматованың яҡты иҫтәлегенә арналған беренсе йыр бәйгеһе үтте. Бында Баймаҡ, Хәйбулла, Ейәнсура райондарына үҙешмәкәр йырсылар ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Моңло тауышы, халыҡсан йырҙары менән тамашасы һөйөүен яулаған Бибисара Азаматованың вафатына быйыл 3 йыл. Уның яҡты иҫтәлегенә арнап махсус белеме булмаған үҙешмәкәр йырсылар араһында “Йәшәргә лә әле йәшәргә” тип аталған сара үткәрелде. Беренсе тапҡыр уҙғарылыуына ҡарамаҫтан бында 35-тән, 83 йәшкә тиклем 60‐тан ашыу конкурсант сығыш яһаны.

Бәхтигәрәйҙә тыуып үҫкән Бибисара Азаматованың йәшлек йылдары Мерәҫ ауылында үтә. Уның бында бик күп дуҫтары, туғандары йәшәй. Райондың үҫешенә тос өлөш индергән ауылдашы менән улар сикһеҙ ғорурлана, оло ихтирам менән хәтергә ала.

Бибисара Азаматованың репертуарын халыҡҡа тағы бер ҡат ишеттереү, һәләтле йырсыларҙы асыҡлау, оҙон көйҙәрҙе дөрөҫ һәм халыҡсан башҡарыуҙы тергеҙеү маҡсатында уҙғарылған сара үҙ маҡсатына ирешеп яңы исемдәр асты. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың йәш категорияһына ҡарап урындар, төрлө номинациялар билдәләнде. Төп бүләк - Гран-приға Баймаҡ ҡалаһынан Фирүзә Исҡужина лайыҡ булды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ