Өфөлә «Торатау» Конгрес-Холы бинаһында рәссам Михаил Гладких һынлы сәнғәт һөйөүселәргә «Йолаларҙы һаҡлап» тигән күргәҙмә тәҡдим итте.
Художество оҫтаханаһында йөҙҙән ашыу картина. Унда Михаил Гладких әҫәрҙәренән тыш, рәссамдың уҡыусылары ижпад иткән хеҙмәттәрҙе лә күрергә мөмкин. Картиналарҙа Өфө пейзаждары, тәбиғәт күренештәре, төрлө осор кешеләре һәм уларҙың яҙмыштары сағылған. Рәссамдың уҡыусылары төрлө һөнәр эйәләре, улар араһында бухгалтерҙар, табиптар, иҡтисадсылар ҙа бар. Оҫта фекеренсә, тормош тәжрибәһе булған һәр кеше оҫтаханала үҙенең һәләтен аса ала. Күргәҙмә аҙна аҙағына тиклем дауам итә .



