Башҡортостан Башлығы Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе менән осрашты

Радий Хәбиров 2024 йылда Рәсәй һәм Ҡаҙағстан форумын Өфөлә үткәрергә тәҡдим итте. Башҡортостан башлығы был турала Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Даурен Абаев менән осрашыуҙа белдерҙе.

Башҡортостан менән Ҡаҙағстанды күптәнге дуҫлыҡ, сауҙа-иҡтисади, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй. Һуңғы йылдарҙа ике аралағы сауҙа әйләнеше артыуы күҙәтелә, тәүге ярты йылда күрһәткес 5 процентҡа арткан һәм 300 миллион долларға еткән. Әммә белгестәр фекеренсә, хеҙмәттәшлекте тағы ла киңәйтергә һәм тауар әйләнешен бер миллиард долларға тиклем еткерергә мөмкин.

Радий Хәбиров белдереүенсә, әле Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында авиарейс асылған, «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» программаһы сиктәрендә туристик маршруттар ойошторорға мөмкин. Шулай уҡ ике яҡ араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса юл картаһы әҙерләнгән, ул 50 пунктты үҙ эсенә ала. Башҡортостан башлығы Ҡаҙағстан делегацияһын йыл һайын ойошторолған «Башҡорт аты» фестиваленә һәм Шишмә районында төҙөлгән Күсмә халыҡтар музейын асыу тантанаһына ла саҡырҙы.

Ҡаҙағстан илсеһе етәкселегендәге делегация бөгөн Башҡортостан менән идара итеү үҙәгендә лә булды, Өфөлә Ҡаҙағстандың почетлы консуллығын асыу тантанаһында ҡатнашты. Уның төп маҡсаты - тауар әйләнешен арттырыу, экспорт тауарҙарын урындағы баҙарға сығарыу. Ҡунаҡтар Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы вәкилдәре менән дә осрашты. Эшлекле һөйләшеүҙә предприятиелар етәкселәре, эшҡыуарҙар ҡатнашты. Сарала һүҙ берлектәге предприятиелар төҙөү, хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен киңәйтеү хаҡында барҙы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ