Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сверлов урамында төҙөкләндерелгән учреждение менән танышты. Бер ҡатлы ағас бина XIX быуатта төҙөлгән. Капиталь ремонтлау эштәре бер йыл элек башлана. Музей экспозицияһы бер нисә залда урынлаштырыласаҡ. Төбәк етәксеһе төҙөлөш-монтаж эштәре барышы менән танышты. Залдарҙа XIX быуат стилендә эшләнгән мебель, витриналар, гардероб ҡулланырға ниәтләйҙәр. Ә 2024 йылға концерттар үткәреү өсөн кабинет роялен һатып алыу планлаштырыла.



