Яугирҙар төркөмө тиҫтәнән ашыу кешенән тора. Ҡәҙерлеләрен яуаплы сәфәргә оҙатырға ғаиләләре, дуҫтары килде. Ике аҙна ял итеп, туғандары, балалары менән аралашҡан ир-егеттәрҙең кәйефтәре көр, күңелдәре күтәренке.Ҡыҫҡа ғына ял ваҡытында хәрбиҙәр тыуған ер һауаһын һулап, көс туплап өлгөргән.
Башҡортостанлың төрлө төбәктәренән йыйылған хәрбиҙәрҙе илһөйәрлек тойғоһо берләштерә. Һалдаттар бөтәһе лә тиҙерәк дошманды еңеү маҡсаты менән яна, Тыуған илебеҙгә тыныслыҡ теләй. Хәрбиҙәр махсус хәрби операция биләмәһенә республика тарафынан бүленгән автобустарҙа юлланды. Был транспортта тағы ла бер-төркөм ир-егеттәрҙең ялға ҡайтыуы көтөлә.






