Миналар шартлауын Мендельсон маршына, хәрби кейемде туй костюмына. Доставалов исемендәге батальон яугиры өйләнде. Отпускыға ҡайтҡан хәрби яратҡан ҡыҙына тәҡдим яһаған. Йәштәр мөхәббәттен законлы никах менән теркәне. Ауырғазы районы Талбазы ауылында үткән туйҙа БЮТ ижади төркөмө лә булды.
Уларҙы тәүҙә үк яҙмыш хәрби хеҙмәткә бәйле осраштырған. Илгизәр менән Элина дуҫтарын армияға оҙатҡанда танышҡан. Алты йыл буйы дуҫлашып йөрөгән йәштәрҙең мөхәббәте законлы никах менән теркәлде.
Илгизәр махсус хәрби операцияла йылдан ашыу. Хәрбиҙең өйләнеүен яҡындары күптән көткән.
Яугирҙы законлы никахы менән Ауырғазы районы хакимиәте башлығы ла ҡотланы. Арыҫлан Шәһәретдиновҡа махсус хәрби операция башланғандан алып байтаҡ законлы никах теркәү тантаналарында ҡатнашырға һәм уларҙы ойошторорға тура килгән. Ғәҙәттә махсус хәрби операция биләмәһе яғына ҡатын-ҡыҙҙарҙы алып барып, хәрбиҙе яуҙан сығарып.
Отпускы тамамланыу менән Илгизәр тағы ла хәрби кейем кейәсәк. Был юлы уның ҡайтыуын өйҙә кәләше һәм уның яҡындары ла көтөп торасаҡ. Иҫән- имен генә әйләнеп ҡайт, яугир.
Рәмилә Исмәғилева






