Күренекле ҡурайсы Ришат Рәхимов 70 йәшлек юбилейын билдәләй

Күренекле ҡурайсы, Башҡортостандың Халыҡ артисы, халыҡ музыка ҡоралдары ансамбленә нигеҙ һалыусы шәхес - Ришат Рәхимовҡа - 70 йәш. Милли уйын ҡоралын пропагандалаусы, уны донъя сәхнәләрендә танытыусы ҡурай оҫтаһы Баймаҡ районы икенсе Этҡол ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училещеһында эш дәүерендә Ришат Рәшит улы бер нисә быуын профессиональ ҡурайсылар әҙерләй, фольклор эҙләнеүҙәренә таянып уҡыу әсбаптарын баҫтыра. Заманыбыҙҙың күп ҡырлы талант эйәһе менән БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова осрашты.

Тылсымлы ижад донъяһына Ришат Рәхимовты башҡорт йырсыһы, ҡурайсы Ғата Сөләймәнов алып килә. 1971 йылда мәктәпте тамамлаған йәш егет Өфө сәнғәт училещеһында асылған тәүге ҡурай класына уҡырға инә. Белем йортон уңышлы тамамлағандан һуң ул үҙе ауылдарҙан килгән уҡыусыларҙы уйын ҡоралы серҙәренә өйрәтә. Остазы Ғата Зөлҡәфил улы асҡан ҡурай класы Ришат Рәхимов тырышлығы менән башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары бүлегенә тиклем ҙурайтыла.

Өфө сәнғәт училещеһы нигеҙендә Ришат Рәхимов тәүге тапҡыр халыҡ уйын ҡоралдары милли орекстрын булдырыуға ла күп көс һала. Бөгөн ресупблика сәнғәтен халыҡ инструменттары милли орекстрынан тыш күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел.

Өфө сәнғәт училищеһында халыҡ уйын ҡоралдары бүлеге бөгөн дө уңышлы эшләй. Ҡурай сәнғәтен үҫтереүгә Ришат Рәхимовтың уҡыусылары көс һала. Бөгөн юбиляр үҙе лә йөҙҙәрсә ҡурайсылар өсөн остаз.

Ғәжәйеп инструменттың байлығы һәм киң мөмкинлектәре тураһында белемен Ришат Рәшит улы китапҡа һала. Уҡыу әсбабына ул йыйған фольклор әҫәрҙәре, һирәк башҡарылған башҡорт халыҡ көйҙәре инә. Шәхестең тормош иптәше Сәйҙә Рәхимова ҡурайсы ҡыҙы булараҡ, иптәшенең һәр башланғысын хуплай.

Халыҡ уйын ҡоралдары бүлеген булдырыу, һәләтле балаларға сәнғәт донъяһына юл асыу менән Ришат Рәхимов тыуған телде, моңдо, милләтте үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән шәхес. Күркәм йәшен шәхес башҡорт сәнғәтенең киләсәге өмөтлө булыуын теләй.

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ