Свердлов урамында урынлашҡан ағас бина тәртипкә килтерелә. Капиталь ремонт теүәл бер йыл элек башланды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, музей киләһе йылдың майында асыла.
Федор Шаляпин исемендәге Музыка музейы күргәҙмәләре бер нисә бүлмәлә урынлаштырыла. Бында 19-сы быуат аҙағындағы интерьер һаҡлана. Ошо осорҙа бөйөк опера йырсыһы Өфөлә сығыш яһаған.







