Йәмәғәт транспорты бәләкәй ҡалалар һәм ауылдар өсөн тәғәйенләнә. Автобустар район-ара маршруттар буйынса йөрөй. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, быға тиклем ҙур 50 “НефАЗ” автобусы тапшырылды. Йәмәғәт транспорты Өфөлә халыҡ күпләп йөрөгән маршруттарға сығарылды.







