Әле майҙандарҙың 80 проценттан ашыуында эш теүәлләнгән. 12 мең тонна гәрсис, 10 мең тонна соя, 38 мең тонна етен һәм 29 мең тоннанан ашыу рапс йыйылған. Республика Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов белдереүенсә, рапс килемле культураларҙың береһе. Ул сит илдәргә лә һатыла.
Республика иген экспортлауҙы ла арттырған. Быйыл 9 айҙа сит илдәргә 300 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һатылған. Уның ҙур өлөшө бойҙай. Башҡа дәүләттәргә шулай уҡ арпа, етен, борсаҡ, арыш, һоло оҙатыла.







