Республика аша үткән яңы федераль трасса 35 процентҡа әҙер

М-12 “Көнсығыш” юлының яңы өлөшө Башҡортостандың Дүртөйлө, Борай һәм Тәтешле райондары биләмәһендә һалына. Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин белдереүенсә, Дүртөйлө – Әсет юлында асфальт түшәү эше бара. Беҙҙең республика аша үткән федераль трасса оҙонлоғо 140 километр була. Артабан ул Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһенә сыға. Яңы юл Мәскәүҙе Екатеринбург менән тураға бәйләй. Бер ҡаланан икенсеһенә 17 сәғәттә барып етеп буласаҡ.

Фото №1 - Республика аша үткән яңы федераль трасса 35 процентҡа әҙер
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ