Рәсәйҙә киләһе йылда эшләмәгән пенсионерҙарға түләү арта

Дәүләт Думаһы ултырышында беренсе уҡыуҙа закон проекты ҡабул ителде. Уға ярашлы, 1 ғинуарҙан пенсия 7,5 процентҡа күтәрелә. 32 миллиондан ашыу кеше юғарыраҡ түләү ала. Бының өсөн бюджетта 234 миллиард һум һалынған. Бөгөнгө ултырышта депутаттар минималь хеҙмәт хаҡын арттырыуға бәйле закон проектын ҡарарға йыйына. Уны 18,5 процентҡа күтәрергә тәҡдим ителә.

Фото №1 - Рәсәйҙә киләһе йылда эшләмәгән пенсионерҙарға түләү арта
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ