Өфө дәүләт циркын үҙгәртеп ҡороу өсөн федераль ҡаҙнанан 870 миллион һум йүнәлтелә

Рәсәй Мәҙәниәт министрлығынан килгән белдереүгә ярашлы, төҙөкләндереү 2026 йылда башлана һәм 2028 йылда тамамланырға тейеш. Өфө циркы 2017 йылда ҡыйыҡ ҡоролмалары иҫкереү сәбәпле ябылды. Бинаны яңыртыу проекты дәүләт экспертизаһын үткән. Өфө дәүләт циркы 55 йыл элек асыла. Ул 2 мең тамашасыға иҫәпләнгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быйыл ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашҡанда циркты төҙөкләндереү мәсьәләһе лә  күтәрелде.

Фото №1 - Өфө дәүләт циркын үҙгәртеп ҡороу өсөн федераль ҡаҙнанан 870 миллион һум йүнәлтелә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ