Өфөлә «Легпром» еңел сәнәғәт форумы башланды

Баш ҡала халҡы кейем сифатын тикшерә аласаҡ. Бөгөн Өфөлә «Легпром» еңел сәнәғәт форумы башланды. Ике көнлөк сара 10 тематик түңәрәк өҫтәл һәм конференциялар үткәреүҙе үҙ эсенә ала. Шулай уҡ республиканың 80 компанияһы үҙ продукцияһын күргәҙмәгә сығарҙы. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Оҫтаханала теген машиналары тауышы туҡтамай. Заманса, сифатлы махсус кейем һәр ваҡыт ҙур ихтыяж менән файҙалана. Быны оҫта ҡуллы хеҙмәткәрҙәр яҡшы аңлай. Туймазы ҡалаһындағы «Спецпром» ойошмаһында тегелгән кейемдәр республиканың төрлө предприятиеларына оҙатыла. Башҡа төбәктәрҙән дә һорау бар.

«Спецпром» ойошмаһы 2009 йылда асыла. Тәүҙә тик махсус кейем менән тәьмин итеүсе булараҡ ҡына эшләһәләр, бер йылдан һуң үҙҙәре етештерә башлай. Туймазынан тыш, сентябрҙә Приютов ҡасабаһында тегеү цехы булдырыла. Заман ҡуйған яңы һынауҙар беҙҙе сыныҡтырҙы ғына, ти компания етәксеһе.

Өфөлә «Легпром» еңел сәнәғәт форумы старт ала. Ике көнлөк сараның эшлекле программаһының төп ваҡиғаһы - «Еңел сәнәғәтте үҫтереү өҫтөнлөктәре: бөгөнгөһө һәм киләсәге»тип исемләнгән пленар ултырыш. Унда тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләре ҡараласаҡ. Әйткәндәй, Башҡортостанда 300-ҙән ашыу еңел сәнәғәт предприятиеһы иҫәпләнә. Унда 5 меңдән ашыу кеше эшләй.

Республикала еңел сәнәғәт өлкәһенә ярҙам итеү маҡсатында төрлө программалар эшләй, ҡоролмалар һәм сеймал өсөн субсидиялар бирелә. 2023 йылда Башҡортостан бюджетынан 142 миллион һум аҡса бүленде. Был суммаға предприятиелар төрлө техника һатып алды.

Ольга Трофимова, Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығының бүлек етәксеһе

Ойоштороусылар әйтеүенсә, еңел сәнәғәт форумы предприятие вәкилдәре өсөн генә түгел, ябай кешеләргә лә ҡыҙыҡлы буласаҡ. 80-гә яҡын компания һәм дизайнерҙар үҙ продукцияһын күргәҙмәгә әҙерләй. «Старт биләмәһендә» йәш дизайнерҙар һәм Өфөнөң профилле уҡыу йорттары студенттары эштәрен тәҡдим итәсәк.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ