Республиканың патриотик тәрбиә биреү үҙәгенән яңы проект. Башҡортостан йәмәғәт палатаһы майҙанында үҫмерҙәр мөхитенең z быуыны проектына старт бирелде. Унда Өфөнөң үҫмерҙәр берлегенән 14 йәштән 18 йәшкә тиклемге егет-ҡыҙҙар йәлеп ителәсәк. «Рәсәй йәштәре. Гранттар» конкурсы еңеүсеһе.
«Z быуыны» - йәштәр мөхите проекты сиктәрендә буласаҡ ваҡиғаларҙы презентациялау эшлекле шарттарҙа үтте. Уның сиктәрендә осрашыуҙар, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, ҡыҙҙар өсөн генә тәғәйенләнгән айырым кисәләр, бынан тыш кинодәрестәр теҙмәһе, ижади кисәләр үткәреү ҙә ҡаралған. Улар үҫмерҙәргә бушлай ойошторола. Йәштәр өсөн эшләүсе берҙәм команданың маҡсаты - егет-ҡыҙҙарҙы ирекмәндәр хәрәкәтенә, ижади һәм патриотик эшкә йәлеп итеп насар йоғонтонан аралау, насар күренештәрҙән иҫкәртеү.






