Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына - бушлай комплекслы реабилитация

Стәрлетамаҡтағы «Әсә һәм сабый» Хәйриә фонды урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар ярҙамы менән яңы социаль проект өҫтөндә эш башланы. Үҙәктә ойошторолған һауыҡтырыу процедуралары, логопед һәм дефектолог дәрестәре менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Төрлө күнекмәләр ярҙамында төҫтәр донъяһына сәйәхәт. Ике йәшлек Сафия дефектолог менән шөғөлләнеп, телмәрен үҫтерә, хәтерен нығыта. Әҙилә Матвеева ла ҡыҙының уңыштарына сикһеҙ шат.

«Әсә һәм сабый» хәйриә фондының уңышлы башланғысы - Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы үҙәктә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына логопед консультацияһы, дауалау физкультураһы дәрестәре лә бушлай ойошторола. Кислород терапияһы курстарын кескәйҙәр әсәй-өләсәйҙәре менән бергә үтә. Барокамерала бер сәғәт ятырға кәрәк.

Һигеҙ йыл элек ойошторолған хәйриә фондының төп эшмәкәрлеге мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам менән бәйле. Үҙәк заманса реабилитация ҡорамалдары, тренажер залы менән йыһазландырылған. Юғары квалификациялы белгестәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, яҡындарына ла оло терәк булырға теләй. Ошо маҡсатта яңы социаль проект старт алған. Башланғысты ҡала хакимиәте етәкселеге, эшҡыуарҙар ҙа күтәреп алған.

Әлегә хәйриә проекты Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса ғына тормошҡа ашырыла. АтаЛары Ватан һағында булғанда, тиҫтәләп бала комплекслы реабилитация һәм һауыҡтырыу курстары үтә. Үҙәк ишектәре махсус хәрбиә операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн һәр ваҡыт асыҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт менән фондтың рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ