Ғафури районы Ерек ауылында «Ҡояшҡай социаль объекты файҙаланыуға тапшырылды

Балаларға - уйын, йәштәргә-спорт майҙансығы. Ғафури районы Ерек ауылында «Ҡояшҡай социаль объекты файҙаланыуға тапшырылды. Уны асыу тантанаһында балалар, ауыл ағинәйҙәре, район хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты. Майҙансыҡты төҙөүҙә ауыл активистары өмәләр ойоштороп ярҙам ҡулы һуҙған.

Объекттың дөйөм майҙаны 900 квардарт метр. Балалар уйын майҙансығы, спорт ҡоролмалары дәүләт стандарттарына яуап бирә, йомшаҡ резина япма түшәлгән. Бынан тыш, туп уйнау өсөн махсус майҙан да бүленгән. «Башҡортостан йөрәгендә спорт һәм ял» тип аталған проектттың дөйөм хаҡы 2 миллион 250 мең һум. Заманса уйын һәм спорт майҙасыҡтарын төҙөү Президент гранттары фонды ярҙамында башҡарылған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ