Юлаевсылар миҙгелдә иң яҡшы уйынын күрһәтте. Быны «Салауат Юлаев» клубы етәксеһе Ринат Бәширов тренерҙар еңеүе тип атаны. Яҡташтарыбыҙ икенсе тапҡыр «Торпедо» клубын ҡоро иҫәп менән еңеүгә иреште.
Берҙән-бер шайбаны Артем Пименов индерҙе. Ҡапҡа һаҡсыһы Александр Самонов 32 һөжүмде кире ҡаҡты. Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре ситтәге уйындар серияһын иртәгә Омскиҙа тамамлай. Әйткәндәй, юлаевсылар хайуандар өсөн аҙыҡ йыйыу буйынса хәйриә акцияһы ойоштора. Команданың башланғысын көйәрмәндәр 28 октябрҙә «Динамо» менән осрашыуҙа хуплай ала. Һәм был яҡташтарыбыҙҙың тәүге хәйриә акцияһы түгел. Бынан алда команда «Доброшрифт» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.



