Быйыл республика еңел сәнәғәт компаниялары 12 миллиард һумлыҡ продукция сығарған.Башҡортостанда 300 самаһы эре һәм бәләкәй предприятие иҫәпләнә. Хөкүмәт вице-премьеры Александр Шельдяев ошо турала белдерҙе.
Республикала махус кейем теккән ойошмалар ҙа бар.
Александр Шельдяев белдереүенсә, республикала еңел сәнәғәт предприятиеларына ҡорамалдар алыуға субсидия бирелә. Бөгөн был маҡсатта ҡаҙнала 140 миллион һум аҡса ҡаралған. Бөгөн Өфөлә еңел сәнәғәт форумы башланды. Унда ил төбәктәре, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Белоруссия делегациялары ҡатнаша.







