ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр үҙәгендә халыҡ-ара форум уҙа. "Легпром” күргәҙмәһендә Башҡортостан, Рәсәй төбәктәренән, Үзбәкстан, Беларусь һәм Ҡаҙағстандан 80 компания тауарын тәҡдим итә. Унда баш ҡалала яңы асылған еңел сәнәғәт продукцияһын һынау буйынса лаборатория ла ҡатнаша. Амран Моратшин исемендәге Республика стандартлаштырыу, метеорология һәм һынауҙар үҙәгенең директор урынбаҫары Фәнис Өмөтбаев.
Бөгөн форумда “Еңел сәнәғәтте үҫтереү алымдары. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа финанс ярҙам” һәм “Бизнеста система” тигән түңәрәк өҫтәл һәм оҫталыҡ дәресе ойошторола, уҡыу йорттары дизайнерҙары теккән кейем күрһәтелә.







