Көн һыуыта. Башҡортостанда алдағы көндәрҙә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы күҙаллана. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, һауа температураһы көндөҙ 0-5, төндә 2-7 градус һалҡын, айырым райондарҙа аяҙайтҡанда 12 градусҡа тиклем етә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән.
Һыуыҡ көндәргә әҙер булмаған водителдәрҙән шиномонтажкаларҙа сират барлыҡҡа килгән. Өфө автоүҙәктәрендә сират электрон ысул менән дә ойошторола. Ҡайбы бер тәгәрмәс алыштырыу нөктәләрендә сират өс көнгә тиклем һуҙылған. Юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре автоһәүәҫкәрҙәргә машиналарын ҡышҡылыҡҡа ваҡытында әҙерләргә кәңәш итә.






