Ун көн самаһы элек Киров урамында «Mitsubishi Outlander» автомобиле яна. Янғын видеокүҙәтеү камераларына эләгә. Оператив-эҙләү саралары барышында енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүсе ҡулға алына. 42 йәшлек ирҙең бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән булыуы билдәле. Ул поезда республиканан китергә маташҡан. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уның йәшәгән урынында тентеү үткәрелә. Республика биләмәһендә башҡарылған ошондай уҡ енәйәттәрҙә ҡатнашлығы тикшерелә.



