Өфөлә өсөнсө халыҡ-ара этнотуризм форумы дауам итә

Уның эшендә илебеҙҙең 5 тиҫтәнән ашыу төбәге, шулай уҡ Белоррусия һәм Абхазия делегациялары ҡатнаша. Туриндустрия йыйынына килеүселәр бөгөн «Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй премияһына үҙ проекттарын яҡланы. Яңы турист һуҡмаҡтары менән Рәмилә Исмәғилева таныштыра.

Турист йәйәү йөрөргә тейеш, тигән фекерҙә Салауат районында Йүрүҙән буйлап турист маршруты ойоштороусы проект авторҙары. Уҡытыусы, Рус география йәмғиәтенең райондағы бүлеге рәйесе Илфат Исмәғилев быйыл яңы турист маршруттары асҡан. Иҙрис мәмерйәһенә яңыртылған һуҡмаҡтан ике меңдән ашыу турист күтәрелгән. «Янғантау» геопаркы менән берлектә асылған тағы ла бер һуҡмаҡ «Йүрүҙән буйлап» тип атала. Яхъя ауылынан Урмантауға тиклем 125 саҡрымға һуҙылған арауыҡты биш этапта үтергә мөмкин. Йәйәү, һал менән ағып, йә велосипедта. Бөтә этапты үткән турист Йүрүҙәнде белеүсе тигән билдә менән бүләкләнә. Турист һуҡмаҡтары геологик- экологик йүнәлештә.

«Йыл маршруты» унынсы Бөтә Рәсәй турист премияһына дәғүә итеүселәр үҙ проекттарын яҡлай. Финалистар араһында иң яҡшы тимер юл турист маршруты, иң яҡшы һауыҡтырыу, иң яҡшы йәштәр туризмы, сәнәғәт туризмы маршруты һәм башҡалар бар.

Башҡортостандан 48 маршрут булыуы ул форумдың беҙҙә үтеүенә бәйле түгел, ә һуңғы йылдарҙа был өлкәгә килеүселәрҙең күп булыуында ти ойоштороусылар. Проект яҡлаусыларҙың яртыһы яңы ғына эш башлаған..

Ә яҡут милли аштарын тәмләп ҡарарға теләүселәрҙе Саха республикаһында асылған гастрономия турына саҡыралар. Алыҫтан килгән туроператорҙар шулай уҡ уны быйыл ғына һынап ҡарай. Биш көнлөк тур авиабилеттан башҡа 50-60 мең һум тирәһе тора.

Беҙ ҡунаҡтарға ҡолон итенән аштар, һыуыҡ ысул менән бешерелгән ризыҡтар тәҡдим итәбеҙ. Тур самолеттан килеп төшкәс тә ҡаршы алып барып ҡунаҡханаға урынлаштырыу һәм көн һайын бер ресторанға алып барыуҙы үҙ эсенә ала.)

Марианна Андреева, турист маршруты авторы, Саха-Яҡут Республикаһы

Форумда ҡул эштәре күргәҙмәһе эшләй, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Рәйес Низаметдинов күндән картхолдер яһарға өйрәтә. Һәр кем уны үҙе эшләп иҫтәлеккә алып ҡайта. Күндән башҡорттар элек күп әйберҙәр етештергән. Педагог уның тарихы менән дә таныштыра.

Донъялағы хәлдәргә бәйле эске туризмды үҫтереү көнүҙәк. Был өлкәлә үҙҙәре яңы юл башлап тороусылар заман талабына ярашлы эш итә.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ