Махсус хәрби операция биләмәһенә Өфөнән бер йыл эсендә генә 5 меңдән ашыу маскировка селтәре оҙатылған. Әлеге ваҡытта «Ҡалҡан» ирекмәндәр ойошмаһы алғы һыҙыҡҡа сираттағы партия әҙерләй. Яугирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин иткән мөһим сара тураһында тулыраҡ киләһе яҙма.
Маскировка селтәренә таҫмаларҙы ханымдар үҙҙәре уйлап сығарған махсус технология буйынса ҡырҡа. Хәүефле, әлбиттә. Әммә, уның ҡарауы тиҙ һәм уңайлы ла.
Таҫмалар ҙа яугирҙарҙың һорауы буйынса һайланған. Әлеге ваҡытта көрән, ҡара, ҡара йәшел төҫтәргә өҫтөнлөк бирелә. Унан һуң, ҡыш етеүгә аҡ, аҡ-һоро төҫтәр алмашҡа килә. Ханымдарҙың ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй.
Махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына нисек тә булһа ярҙам итер өсөн улар үҙ теләге менән ҡушылған.
Ау-селтәр алғы һыҙыҡта иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһе, ул яугирҙарҙы квадрокоптерҙарҙан ышыҡлай, гранаталарҙан һаҡлай. Әммә селтәрҙе үреү өсөн ваҡыт талап ителә. Ирекмәндәр тәүҙә үҙҙәре аҡса йыйып махсус материал һатып ала, шунан тауарҙы таҫма итеп ҡырҡып селтәргә бәйләй. Әлеге көндә бөтәһе ике тиҫтәнән ашыу цехта ошо эш алып барыла. Әммә ихтыяж тағы ла күберәк, шуға күрә өҫтәмә көстәр ҙә талап ителә.
Ирекмәндәр ау-селтәр үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрергә, тәжрибәһе менән уртаҡлашырға әҙер. Ойошмаға теләге булған һәр кем ҡушыла ала. Аҡсалата, йә ҡул ярҙамын да күрһәтергә мөмкин.
Азат Ғәлиуллин






