26-27 октябрҙә Өфөлә полилингваль белем биреү халыҡ-ара форумы үтә

Унда Рәсәйҙең һәм күрше сит илдәрҙән полилингваль белем биреү өлкәһендә эшләгән белгестәр йыйыла. Форум мәсьәләләре «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында ойошторолған матбуғат конференцияһында ла күтәрелде.

Сара программаһында республиканың белем биреү ойошмаларына барыу, оҫталыҡ дәрестәре, дискуссия майҙансыҡтары, шулай уҡ полилингваль һәм милли белем биреү өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре ҡаралған. Форум сиктәрендә белем биреү процесын уҡытыу-методик тәьмин итеүгә арналған күргәҙмә ойошторола.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ