Емерелгән душ, махсус парковка урындары булмауы һәм башҡалар. «Нефтсе» спорт комплексында шөғөлләнеүсе инвалид балаларҙың ата-әсәләре үҙәктә махсус шарттар булмауына зарлана. Мөрәжәғәттәр артыу менән, паралимпия чемпионы Ирек Зарипов етәкселегендәге бер төркөм йәмәғәтселәр комплекста рейд үткәрҙе. Бассейн бинаһында эшләп килгән «Адаптив спорт үҙәге» үҙ исемен аҡлаймы? БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина ҡыҙыҡһынды.
Бассейн биләмәһенә инеү менән тәүге етешһеҙлек күҙгә ташлана. Парковкала инвалидтар өсөн махсус урындар юҡ. Тәртипкә ярашлы, бөтә машина ҡуйыу урындарының да яҡынса 10 проценты һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән автоһәүәҫкәрҙәр өсөн бүленергә тейеш. Бында махсус билдәләр ҙә, юлда һыҙаттар ҙа юҡ.
Бинаға инеп өлгөрмәгәнбеҙ, Паралимпия чемпионы сираттағы етешһеҙлекте таба. Насар күргән, күрмәгән кешеләр өсөн быяла ишектәрҙә һары билдәләр йәбештерелергә тейеш. Брайль шрифы тураһында бында күптән ишеткәндәре юҡ. Бассейнда иһә шарттар инвалидтар өсөн ҡулайлаштырылған. Һыуға төшөү өсөн махсус тренажер ҡуйылған. Ирек Зарипов ҡасандыр үҙе был бассейнда шөғөлләнгән. Ул саҡта бындай шарттар хыялда ғына ине, ти спортсы.
Бәҙрәф һәм кейем алмаштырыу бүлмәләрендә лә шарттар үҙенсәлекле балалар өсөн яраҡлаштырылған. Ярҙамсы саҡырыу төймәләре эшләй, махсус ултырғыстар ҡуйылған. Тренажерҙар залында инвалидтар өсөн махсус ҡоролмалар бар. Паралимпия чемпионы уларҙы шәхсән һынап ҡараны.
«Нефтсе» спорт комплексында урынлашҡан «Адаптив спорт үҙәге» үҙ исемен өлөшләтә генә аҡлай. Табылған етешһеҙлектәрҙе етәкселек йыл аҙағына тиклем бөтөрөргә һүҙ бирҙе. Вәғәҙәнең үтәлеү-үтәлмәүен комиссия рейд барышында тикшерәсәк.
Рәзилә Ғиниәтуллина






